Европа иҡтисади берләшмәһе
Уҡыу көйләүҙәре
Европа иҡтисади берләшмәһе | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1 ғинуар 1958[1] |
---|---|
Гимн | гимн Европы[d] |
Валюта | ЭКЮ[d] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Joint Information Service of the European Community[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Брюссель[d] |
Нигеҙендәге текст | Договор об учреждении Европейского экономического сообщества[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Европейское сообщество[d] һәм Европа Берләшмәһе |
Алмаштырылған | Европа Берләшмәһе |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2024 |
Төп көйләүсе текст | Римские договоры[d] |
Европа иҡтисади берләшмәһе Викимилектә |
Европа иҡтисади берләшмәһе (ҡыҫҡаса ЕЭС) — 1957 йылдан 1993 йылға тиклем ғәмәлдә булған ун ике Европа дәүләтенең төбәк интеграция берекмәһе. Төп маҡсаты булып иҡтисади интеграция, дөйөм баҙар ойоштороуҙы ла индереп, булдырыу тора[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа интеграцияһын үҫтереүҙең төп стадиялары: Ирекле сауҙа зонаһы (1958—1968); Таможня союзы (1968—1986); Дөйөм баҙар (1986—1992); Иҡтисади һәм валюта союзы (1992—хәҙерге ваҡыт).
- 1957 йыл. Европа иҡтисади берләшмәһенең (ЕЭС) Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһе ағзалары булған илдәр тарафынан ойошторола[3].
- Рим килешеүенә ярашлы, ЕЭС-тың маҡсаты таможня союзын булдырыу (үҙ-ара сауҙала таможня пошлиналарын һәм һан сикләүен эҙмә-эҙ бөтөрөү), берҙәм ауыл хужалығы сәйәсәте, ЕЭС ағзаһы илдәре араһында капиталдың, эшсе көстәрҙең һәм хеҙмәттәрҙең ирекле хәрәкәте ине. Европа иҡтисади берләшмәһенә алты дәүләт инә: Франция, Германия Федератив Республикаһы, Италия, Бельгия, Нидерланд, Люксембург. Берләшмәгә инмәгән илдәргә ҡарата берҙәм таможня тарифтары билдәләнә[4].
- 1958 йыл берләшмәнең беренсе комиссияһы эшләй башлай[5].
- 1961 йылда Греция Европа иҡтисади берләшмәһенә ассоциацияланған ағза сифатында ҡушылған тәүге ил була, әммә уның ағзалығы 1967 йылда полковниктарҙың дәүләт түңкәрелешенән һуң туҡтатыла[6].
- 1964 йыл. Дөйөм ауыл хужалығы баҙары ойошторола һәм хаҡтарҙың бер төрлөлөгө индерелә. 1969 йыл. Гаагала берләшмәне киңәйтеү һәм интеграцияны тәрәнәйтеү тураһында ҡарар ҡабул итеү (Тиндеманстың планы).
- 1972 йыл. Валюта курстарының берлеге тураһында Европа килешеүе әҙерләнә (European Joint Float Agreement). Ҡатнашыусы илдәрҙең валюталарына яҡынса 2,25 процент диапазонда бер-береһенә үҙгәрергә мөмкинлек бирә[7].
- 1973 йыл. Бөйөк Британияның, Данияның, Ирландияның ЕЭС-ҡа ҡушылыуы.
- 1979 йыл. Европа валюта системаһын индереү[8].
- 1981 йыл. Грецияның ЕЭС-ҡа ҡушылыуы[9].
- 1986 йыл. Испанияның һәм Португалияның ЕЭС-ҡа ҡушылыуы[10].
- 1991 йыл. ЕЭС һәм Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы араһында Европа иҡтисади киңлеге булдырыу тураһында килешеү[4].
- 1993 йыл. ЕЭС союзы ойошторолғандан һуң, Европа берләшмәһенә үҙгәртелә, ул Евросоюздың өс таяуының төп берләшмәһе булып тора[11], ә берекмә институттары Союз институттары булып китә.
Дәүләт-ағзалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флаг | Дәүләт | Дата вступления | Телдәр | Валюта | Халҡы (1990) | |
---|---|---|---|---|---|---|
Бельгия | 25 март 1957 | нидерланд, француз, немец | бельгия франкы | 10 016 000 | ||
Великобритания | 1 ғинуар 1973 | инглиз | фунт стерлингов | 57 681 000 | ||
Греция | 1 ғинуар 1981 | грек | грек драхмаһы | 10 120 000 | ||
Дания | 1 ғинуар 1973 | дат | дат кронаһы | 5 146 500 | ||
Көнбайыш Германия | 25 март 1957 | немец | немец маркаһы | 63 254 000 | ||
Ирландия | 1 ғинуар 1973 |
һәм ирланд |
ирланд фунты | 3 521 000 | ||
Испания | 1 ғинуар 1986 | испан | испан пасетаһы | 38 993 800 | ||
Италия | 25 март 1957 | итальян | итальян лираһы | 56 762 700 | ||
Люксембург | 25 март 1957 | француз, немец, люксембург | люксембург франы | 384 400 | ||
Нидерланды | 25 март 1957 | нидерланд | нидерланд гульдены | 14 892 300 | ||
Португалия | 1 ғинуар 1986 | португал | португал эскудоһы | 9 862 500 | ||
Франция | 25 март 1957 | француз | француз франкы | 56 718 000 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Merkedager: fødselsdager, stiftelsesdatoer, begivenheter — Осло: Biblioteksentralen, 1989. — ISBN 82-7022-061-2
- ↑ Европейское экономическое сообщество // Современная энциклопедия . — 2000.
- ↑ Брайен Батлер, Брайен Джонсон, Грэм Сидуэл и др. Общая редакция: д.э.н. Осадчая И.М. Европейское экономическое сообщество // Финансы. Толковый словарь. 2-е изд. — М.: "ИНФРА-М", Издательство "Весь Мир" . — 2000.
- ↑ 4,0 4,1 Международная интеграция в Европе // Международные экономические отношения / Под ред. В.Е. Рыбалкина. — 6-е издание, пераб. и доп.. — М.: ЮНИТИ, 2006. — С. 304—308. — 591 с. — ISBN 5-09-002630-0.
- ↑ The Hallstein Commission . Дата обращения: 2 май 2020. Архивировано 21 февраль 2020 года.
- ↑ Deschamps, Etienne; Lekl, Christian The accession of Greece . CVCE. University of Luxemburg. Дата обращения: 18 март 2018. Архивировано 20 октябрь 2017 года.
- ↑ Baldwin, Richard & Wyplosz, Charles. The European Monetary System // The Economics of European Integration. — London, New York, Madrid, Milan.: McGraw-Hill, 2004. — С. 313—326. — 458 с. — ISBN 0-077-103947.
- ↑ Эволюция Европейской валютной системы . Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано 2 июль 2012 года. 2019 йыл 25 ноябрь архивланған.
- ↑ The accession of Greece . CVCE (2016). Дата обращения: 8 апрель 2020. Архивировано 8 апрель 2020 года.
- ↑ The Accession Treaties with Spain and Portugal 2020 йыл 8 апрель архивланған. on CVCE website
- ↑ Структура трёх опор была упразднена в 2009 году, когда опоры были заменены единым правосубъектным Европейским союзом
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Корнелиус Лука. Торговля на мировых валютных рынках = Trading in the Global Currency Markets. — М.: Альпина Паблишер, 2005. — 716 с. — ISBN 5-9614-0206-1.